0%

Ҡояш ғүмере(шиғыр). Г.Зәйнәшева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡояш ғүмере (шиғыр )
автор Г.Зәйнәшева
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡояш ғүмере


 
 Бер ҡыҙ бала йыр сығарған,
 Бағышлап әсәһенә.
 Икәү бергә йырлайыҡ, тип
 Өйрәткән энеһенә:
 «Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
 Мәңге нур һибә.
 Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
 Әсәйем, һиңә».
 Йырҙы шишмәләр ишеткән,
 Ҡоштар отоп алғандар.
 Һандуғастар һәм турғайҙар
 Матур көйгә һалғандар:
 «Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
 Мәңге нур һибә.
 Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
 Әсәйем, һиңә».
 Ҡушыл һин дә, йырлайыҡ бергә,
 Яңы, матур йыр тыуһын.
 Ерҙә әсәйҙәр ҡояштай
 Оҙон ғүмерле булһын.
 «Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
 Мәңге нур һибә.
 Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
 Әсәйем, һиңә».


1988 йыл